Әгәр ҙә ҡалаларҙың йондоҙнамәһен төҙөп булһа, Өфөнө Һыуғояр йондоҙлоғо йоғонтоһонда, тиер инем. Бына, мәҫәлән, Һыуғоярҙы Яндекс нисек һүрәтләй:
"Водолей изменчив по натуре, но не любит перемены, полон противоречий. Яркий индивидуалист, Водолей склонен к перепадам настроения, то элегантен, то неряшлив, страдает отсутствием самодисциплины, решителен и обладает ярким темпераментом. Не выносит рутины и скучных обязанностей"
Таныйһығыҙмы беҙҙең Өфөнө😁
Өфө берәүгә лә оҡшарға тырышмай, ул сағыу индивидуалист. Заманса ҡала инфраструктураһы, тарихи архитектура... Һеҙ нимә һөйләйһегеҙ?! Өфө был модалы талаптарға үҙенең тау башында балҡыған ҡала бейеклегенән ҡарай. Һәм тиҙ үк онота. Уның үҙ модаһы.
Өфөлә йәйен саң ҡунмаған, ҡышын ҡар ятмаған урамдар бар. Әммә йәйен дә батҡаҡ кипмәгән, ҡышын йәйәүле генә түгел, автомобиль үтә алмаҫлыҡ көрттәр өйөлгән урамдар ҙа бар. Өфө бит һыуғояр, ул "то элегантен, то неряшлив"
Шаршау менән ҡоролған иҫке фасадлы ҡомартҡылар янында шау быяланан торған заманса комплекстар ҡалҡып сыға бында. Улар янында мәктәп, балалар баҡсаһы һәм поликлиника булмаһа булмай, ә бына һәр кварталдың үҙенең сауҙа үҙәге булыуы - "намыҫ эше".
Тик Өфөлә генә сатлама һыуыҡта урамда реагентлы йырғанаҡтар аға. Тик Өфөлә генә саҡ ҡына ҡар яуһа бөтөн ҡала тығында ултыра. Сөнки тонналап реагент һибеп торһалар ҙа, юл тайғаҡ. Был бит Өфө, ул ҡар таҙартыу кеүек күңелһеҙ эште үҙһенмәй, сөнки "не выносит рутины и скучных обязанностей".
Ә Өфөнөң мәҙәни тормошо һуң? Ул үҙе бер контрастар донъяһы. Йыр сәнғәтен генә алайыҡ. Өфө үткән быуатта уҡ Шаляпинға тәүге фатиханы биргән. Өфө Нуриевты сәхнәлә осорға өйрәткән. Черниковканың ҡырыҫ мөхите генә күпме билдәле йырсыларҙы тәрбиәләгән. Әммә Өфө тамашасыһы үҙенекенә түгел, ә ситтән килгәндәргә билет ала.
Өфө бер төрлөлөктө яратмай. Әммә үҙгәрештәр ҙә уға оҡшамай. Ҡаланың бер мөйөшөнә парк эшләп ҡуйҙылармы? Эскәмйәләр, фонтан һәм сәскәләр түтәле шул уҡ төндә үк һынау үтер. Аҡыллы туҡталыштар ҡуйҙылармы? Улар ҙа граффити менән биҙәлер.
Һәм бындай сағыштырыуҙарҙы әллә күпме дауам итеп булыр ине. Беҙҙең Өфө шундай күп ҡырлы аҫылташ. Һәм ҡиммәте уның тап шундай тәбиғи булыуындалыр, тим. Гламур төҫ индереп ҡара ҡырыҫ холоҡло Өфөгә😁
Әйткәндәй, был һүрәтте нейросеть төшөргән. Яһалма интеллект беҙҙең Өфөнө ошолай күрә. Ә һеҙ?