Ә беҙҙә бөгөн Яңы йыл!🎄🍬🍭 Ҡыш бабай күстәнәстәрен табып алдым😁
- Әйттек бит, йәшерҙең!- ти малайҙар. Ә мин йыйып ҡуйғанмын да, онотҡанмын😁
Беҙҙең Ҡыш бабай бигерәк йомарт бит ул, күстәнәсте бер биргәндә алты муҡса итеп бирә лә ҡуя. Шуға күҙ ҡыйҙырып ятмаһын, тип төпкәрәк этеп ҡуям. Быйыл иртәрәк таптыҡ әле, былтыр март айында килеп сыҡҡайны күстәнәс😄
Әллә мин ныҡ йәшерәм, әллә хәҙерге балалар йәшергәнде таба белмәй😁 Бына беҙҙең әсәйҙәр йәшерә тек йәшерә ине! Бына исмаһам беҙ таба белә инек әсәй йыйғанды! Эйеме?😉
Юҡлыҡ заманында үҫтек бит инде. Бер мәл әсәйем, ҡунаҡ саҡырырға әҙерләнептер, Мораҡтан кәнфит алып ҡайтҡан, беҙҙән йәшергән. Ял көнө иртән баш осонда ҡыштыр-ҡыштыр тауышҡа уянып киттек. Ул саҡта иң бәләкәйебеҙ, Нәсимә һылыуыбыҙ, уҡырға ла бармаған ине әле. Әсәйем иртән тороп мал ҡарарға сыҡҡан, ә һылыуыбыҙ йоҡонан тороп, моҡсайҙы эҙләп тапҡан. Рәсимә апайым менән минең карауат араһындаға теген машинкаһының артына йәшенеп ултырып алған да, әйҙә кинәнгән "школьный" кәнфитенә😂 "Нимә эшләп ултыраһың?"-тигәс, Нәстүк асыулы тауыш менән: "Минең ашағым килә!" тип яуаплағаны иҫтә😁
Ә һеҙ Ҡыш бабай күстәнәстәрен ашап бөттөгөҙмө әле?