Баҡсасы Байназар
Ноябрь аҙаҡтары булдымы икән, иң ҙур ҡабаҡты индереп тураныҡ. Байназар, ғәҙәтенсә, эргәлә урала. Ҡабаҡ емен күрҙе лә өҙмәй ҙә ҡуймай, сәсәм, тине лә ҡалды. Гөл күсереп ултыртҡандан ҡалған тупраҡты бер стаканға һалып бирҙек. Йөҙҙөргәнсе һыу ҡойоп, орлоҡто төртөп тәҙрә төбөнә ултыртып ҡуйҙы.
Ҡабаҡ наҙлы бит инде, баҡсаға сәсһәң, шытып, нығынып киткәнсе "өф" итеп кенә тораһың. Ә Байназар тегеңә йә стаканы ашҡансы һыу ҡоя, йә тупрағы ҡатҡансы һыуһыҙ ултырта. "Шоковая терапия" булды теге бөртөк емгә😁 Әммә килеште был терапия - Яңы йыл етер алдынан шытты ла сыҡты. Ҡуш япраҡлы ҡабаҡты беҙ эштә саҡта Байназар үҙе тәүләп күргән, ҡыуанып, һөйөнсөләп фотоға төшөрөп атаһына ла, миңә лә ебәрә һалды. Яңылыҡты ватсаптағы статусҡа ҡуйырға ҡушты😁
Яңы йылға ауылға ҡайттыҡ. Ҡабаҡ бешергәйнек, беҙҙең "мичурин" тағы ем тотоп ҡәрсәһенең артынан ҡалмай. Тәким һауыт, тупраҡ таптырып алып, уныһын да сәсте. Ҡәрсәһенә буйтым эш ҡушып, ҡабаҡты үҫтерергә тигән наказ биреп, ҡайтып китте.
Наҙлы ҡабаҡ беҙ ауылдан йөрөп килгәнсе һулығандыр инде, тиһәм, үҫенте бирешмәҫкә булды ла китте. Япраҡ артынан япраҡ ярып, сәскәгә тумалды. Ҡыштың ҡояшлы бер ял иртәһендә һап-һары ғына булып сәскә атты тегебеҙ. Баҡсасыбыҙ тағы яр һалды. Шундуҡ яңылыҡты ватсаптың статусына ҡуйҙыртты. Ҙур асыш яһап, фәнни һөйөнөсө менән уртаҡлашҡан ғалиммы ни😁
Байназар хәҙер ҡәрсәһе шылтыратҡан һайын ауылда ҡалған ҡабаҡты һораша. Уныһы ла үҫә, ти, сәскәгә тумалған. Ҡәрсәй "ғалим"дың ассистентына әйләнде: ҡабаҡ сәскә атһа, фотоға төшөрөп ебәрергә тигән бойороҡ бирелде.
Бер нәмә генә кәйефен ҡыра әле беҙҙең баҡсасының. Сәскәне һеркәләндерергә бал ҡорто юҡ. "Бушҡа ултырттыммы ни?!" тип
көйөп китте, аңлатҡас. Әллә инде, хәҙерге ҡайһы бер гибрид орлоҡтар бал ҡорто һеркәләндермәһә лә гөрләп уңыш бирә. Бәлки беҙҙең тәҙрә төбөндәге ҡабаҡ та шундайҙыр?😁
Һәр хәлдә, һеҙ ҡабаҡты яңы саҡ сәскән саҡта, беҙ инде тәҙрә төбөнән уңыш йыя башлауыбыҙ бик ихтимал😉
Һеҙ нисек, тәҙрә төбөндәге баҡсағыҙға сәсә башланығыҙмы әле?