журнал "Агидель" журналының быйылғы 1-се һанында Гөлсирә Ғиззәтуллинаның "Кешеләр ҙә йондоҙҙар һымаҡ" повесы баҫылды. Уҡыйым да хайран ҡалам, яҙыусының был журналда баҫылған инде икенсе әҫәре сәпкә тейә лә ҡуя. Мунир Кунафин нисек улай килеп сыға икән? Былтыр Гөлсирә апайҙың"Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем" хикәйәһе 2022 йылдың февраль ваҡиғаларын аңлатыусы ҡулланма кеүек ине. Быйыл бына яңы повесть һәм Төркиә, Сүриә. Журнал килгәс, повесты уҡымай, уратып йөрөнөм бер килке. Башлағас, бер нисә бит уҡыйым да һалып торам. Хас та кәнфитте бәләкәй генә өлөштәргә бүлеп тәмен танһыҡлаған әҫәр геройы Далан кеүек. Повестың ошо еренә еткәс, уҡыу кинәнесен бер нисә көнгә һуҙырға теләгәнемде аңлап, үҙемдән көлөп ҡуйҙым😊 Гөлсирә апайҙың яңы повесы алыҫ 1988 йылда Әрмәнстандағы ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрә. Ул ваҡытта Спитак ҡалаһында 10 балл менән билдәләнгән ер тетрәүе теркәлә. Әҫәр геройҙары Далан менән Таңһылыу, башҡа бик күп совет кешеләре кеүек үк, союздаш республикаға ярҙамға ашыға. Повестың Әрмәнстандағы ер тетрәү тураһындағы өлөшөнә еткәндә, телефонымдағы телеграм каналдар Төркиә менән Сүриәләге ер тетрәүҙәр тураһындағы хәбәр итте. Телевизорҙы ҡабыҙһам, Рәсәй ҡотҡарыусылары самолетҡа тейәлеп ярҙамға ашыға. МЧС кейемендә трапҡа йүгергән ҡотҡарыусылар араһында Далан менән Таңһылыу ҙа бар кеүек булып китте. Емереклектәр аҫтында ҡалғандарҙы сығарған ҡотҡарыусылар араһында ла Гөлсирә апайҙың геройҙары бар һымаҡ. Уҡыған әҫәрем был тиклем дә асыҡ булып ысынбарлыҡта сағылғаны юҡ ине әле. Төркиә менән Сүриә меңәрләгән ҡорбандар  тураһында хәбәр итә, ә мин әҫәрҙән уҡыйым: "...Яралылар шул ҡәҙәрле күп, уларҙы йөк машиналарына өҫтө-өҫтөнә һалып килтерәләр. Күбеһе ауыр плиталар аҫтында бер нисә тәүлек ятҡан, ундайҙарҙың ғүмерен ҡотҡарып ҡалыр өсөн тиҙ арала аяҡ-ҡулдарын ҡырҡып алырға кәрәк..." 😥 Төрөк ҡотҡарыусылары ер тетрәүгә 30 сәғәт үткәс, емереклектәр араһынан 1 йәшлек ҡыҙыҡайҙы табып сығара. Был фотолағы ҡотҡарыусы йәнә әҫәр геройы Далан булып күҙ алдыма баҫа. Гөлсирә апайҙың әҫәре, әлбиттә, Әрмәнстандағы ер тетрәүе тураһында ғына түгел. Күңелемә ятҡан герой - Миңзада. Әйтмәҫ элек аңлап торған, сабыр, яғымлы, һиҙгер, өнһөҙ-тынһыҙ бөтөн эште һыпырып эшләп йөрөгән ҡатын повеста урынды күп алмай. Башта һәм аҙаҡта ғына күренә. Әммә башҡалар күренһен өсөн Миңзада кеүектәр кәрәк. Күктәге Тимер ҡаҙыҡ йондоҙо ла үтә сағыу түгел бит. Әммә борондан донъя тарафтарын билдәләгәндә шул йондоҙға ҡарайҙар. Кешеләр ҙә йондоҙҙар кеүек икән шул. Әҫәрҙе һөйләп бөтмәҫ элек, һеҙгә бер кәңәш. Үҙем белдем, тиерһегеҙ😊 Әгәр "Ағиҙел"гә яҙылып өлгөрмәһәгеҙ,  "Озон"да Гөлсирә апайҙың китабын һатып алып була. Китап яңы повестың исеме менән атала.