Халыҡ әҙәбиәткә һыуһаған. Ул яңы геройҙар һәм яңы әҫәрҙәр көтә. Бөгөнгө тура эфирҙан һуң студия ҡунаҡтары менән шундай һығымтаға килдек. Балалар әҙәбиәте тураһында һөйләшергә йыйылғайныҡ, студияла әңгәмә күпкә киңерәк, күләмлерәк килеп сыҡты. Битараф булмағандар күп шылтыратты. Тамашасылар бөгөнгө заман геройын да, яҡшы әҫәр рецебын да беҙҙең менән бергә эҙләне. Йыш ҡына балалар китап уҡымай, тип зарланабыҙ. Әммә китап магазиндары киреһен раҫлай, унда балалар әҙәбиәте түшәмдән иҙәнгәсә теҙелгән. Интернетта ла махсус ҡушымталарҙа үҫмерҙәр китапханаһы бай ғына. Тимәк, ихтыяж бар, уҡый йәш быуын. Ә бына шул кәштәләге китаптарҙың йөкмәткеһе, идеяһы иғибарҙы талап итә. Шуға ла студия ҡунаҡтары балалар әҙәбиәтендә дәүләт заказы, финансы һәм цензураһы булырға тейеш, тигән фекер менән йомғаҡланы тапшырыуҙы. Матур фекерҙәрегеҙ өсөн рәхмәт Хурматулла Утяшев Лариса Абдуллина Гузаль Ситдыкова Руслан Биккинин, Фаниль Буляков Варися Нигматуллина Тапшырыуҙы "ТЕЛЕҮҘӘК" тапшырыуы төркөмөндә ҡарап була

Теги других блогов: балалар китап әҙәбиәт