Рәсәй төбәктәрендәге медицина учреждениеларының бары ун бере генә заман талаптарына ярашлы генетик тикшереү үткәрә ала. Шул ун бер төбәк араһында Башҡортостан да бар. Быйылдан республикала тыуған һәр сабыйға яңы төр анализ эшләнә. Улар 40ҡа яҡын генетик сиргә тикшереү үтә.
Ни өсөн кәрәк был төр анализ? Ниндәй ауыр сирҙәрҙе алдан иҫкәртеү, йә ваҡытында дауалау мөмкинлеген бирә? Кисә "Киске телеүҙәк"тә эксперттар менән ошо һорауҙарға яуап бирҙек.
Төп һығымталар:
* анализ роддомда эшләнә, ҡайҙалыр махсус барып йөрөргә кәрәкмәй;
* анализ сабыйҙарға зыян итмәй. Бығаса яңы тыуған балаларҙың үксәһенән алынған бер нисә тамсы ҡан 5 генетик сиргә тикшерелһә, хәҙер ул 36 сиргә анализлана;
* сирҙе иҫкәртеү мөмкинлеген бирә. Мәҫәлән, арҡа мускулдары атрофияһы(спинально-мышечная атрофия) сирен тиҙ арала асыҡлап, ваҡытында ҡиммәтле препараттар индергәндә, баланың һауығыу ихтималлығы ҙур;
* бындай ҡатмарлы анализдарҙы эшләү өсөн медицина учреждениеларының тейешле матди базаһы һәм юғары квалификациялы персоналы булыуы мөһим. Республика медицина-генетик үҙәгендә бындай шарттар бар.
Һәм башҡа бик файҙалы мәғлүмәттәр еткерелде Республика медицина-генетика үҙәге баш табибы Фәнил Билалов, генетик м.ф.д. Сәлиә Мырҙабаева, акушер-гинеколог Зөлхизә Тулыбаева, реаниматолог Дилбәр Баймырҙина, невролог Айгөл Нурыева тарафынан. Тапшырыуҙың тулы вариантын "ТЕЛЕҮҘӘК" тапшырыуы төркөмөндә ҡарарға мөмкин